Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк аграр төбәктәренең береһе

Башҡортостан – Рәсәйҙең терәк аграр төбәктәренең береһе

Һөт етештереү буйынса ул беренсе урында. Ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт итеүселәргә республика етәкселеге төрлө яҡлап ярҙам итә. Стәрлетамаҡ һөт комбинатынанан хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Һөткә бысыраҡ төшмәһен өсөн бинаға инер алдынан техника тулыһынса йыуыла, комбинатҡа көнөнә ошондай 20 машина килә. Бер цистернала 25 тонн һөт, тәүлегенә комбинат 250 тонн сей һөт ҡабул итә. Артабан ҡапҡастар асыла һәм водитель һөттө бутай башлай, һуңынан лаборант килеп бер нисә һауытҡа һөт тултырып ала һәм лабораторияға алып китә. Бында килтерелгән һөттө башта әҙерләйҙәр һәм 10 төрлө зыянлы матдәгә, шулай уҡ антибиотиктарға тикшерәләр. 12 меңгә яҡын квадрат метр майҙанында бер нисә цех эшләп килә. Береһендә һөт махсус ҡоролмалар ярҙамында һыуытыла, таҙартыла һәм эшкәртелә. Һөттө эшкәртеүҙә кеше көсө ҡулланылмай. Ҡоролмаларҙың ябыҡ булыуы һөттөң сифатын арттыра. Комбинатта 50-70% эштә кеше көсө ҡулланылмай, операторҙар үҙҙәренең эш урынынан компьютер ярҙамында һөт эшкәретеүҙе күҙәтә һәм бер төймә ярҙамында кәрәкле процесстарҙы башлай. Был ҡойоу цехында буш шешәләр ошо ҡоролма эсенә инеп китә, улар таҙартыла һәм уларҙың эсенә һөт тултырыла һәм ҡапҡастары ябыла. Артабан уларҙың тышына этикетка йәбештерелә һәм йетештереү көнө һуғыла. Һөт комбинаты һөт ризыҡтарының 80 төрөн етештерә. Улар араһында 2 төрлө технология буйынса эшләнгән эремсек тә бар. Беҙ өйрәнгән ябай эремсектән башҡа ярмалыһын да эшләйҙәр бында. Артабан һөт комбинатында етештерелгән бөтә әҙер продукция кибеттәргә таратылыр артынан тығы ла тикшереү үтә. Башҡортостанда агросәнәғәт тармағына күп иғтибар бүленә. Предприятиеларға заманса технологиялар индерелә, яһалма интеллект ҡулланыла, был, үҙ сиратында, ҡасандыр кеше хеҙмәте талап иткән эште хәҙер автоматик рәүештә, бер төймәгә баҫыу ярҙамында башҡара. Шулай уҡ республиканың аграр тармағында эшләгән предприятие һәм хужалыҡтарға төрлө ярҙам саралары күрһәтелә: субсидиялар бүленә һәм грант конкурстары ойошторола. Башҡортостанда агросәнәғәт өлкәһе иҡтисадтың мөһим тармаҡтарының береһе. Беҙҙең республика ныҡлы аграра төбәктәрҙең береһе булып тора. Был турала Радий Хәбиров «Киләсәк командаһы» форумы сиктәрендә йәш аграрийҙар менән осрашыуында белдергәйне. Тап беҙҙең төбәк һөт продукцияһын етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. Башҡа өлкәләр буйынса ла беренселекте бирмәй. Стәрлетамаҡ һөт комбинаты ла киләсәктә тәүлегенә 250-нән 300 тонна һөт етештереү маҡсатын ҡуя.