Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ һәм йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған өсөн пособиелар 5,4 процентҡа артты. Хәҙер йәш ярымға еткәнгә тиклем беренсе баланы ҡарау буйынса айлыҡ пособие 3 мең 525 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 7 мең 51 һумға етә. Бала тыуғанда ғаилә бер тапҡыр 18 мең 802 пособие аласаҡ. Йөклөлөк осоронда медицина учреждениеһына иртә иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие 705,11 һумға тиклем арттырылды.
Әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар артты
Тулыраҡ: Әсәлек һәм балалыҡ буйынса пособиелар артты