Этно тамашала башҡорт музыкаһын башҡарыусы билдәре артистар — "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солистары Юлай Ҡасимов, Алена Завьялова һәм Зәлиә Ғиниәтуллина сығыш яһаны.Тулыраҡ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән видеоҙмала. Тамашаға тиклем һынаулы ғына минуттар ҡалды. Гримеркала һуңғы әҙерлек мәле. Тулҡынланыу бар, шулай ҙа, бергә әҙерләгән ижад емешен тиҙерәк тамашасыға бүләк итке килә, ти "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Зәлиә Ғиниәтуллина. “Сәнғәт трилогияһы”. Бер сәхнәлә ике халыҡ мәҙәниәте берләште. Башҡорт милли музыка ҡоралдарының тәрән мәғәнәле яңғырашы һәм рус көйҙәре дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек мөхитен тыуҙырҙы. Концертта халыҡ көйҙәре менән бер рәттән заманса композициялар ҙа яңғыраны. Һәр сығыш айырым мәҙәниәтте һәм ғәрәф ғәҙәттәрҙе сағылдырҙы. Зәлиә Ғәниәтуллина быуаттар тарихын һаҡлаған ҡыл-ҡумыҙ моңдары менән арбаһа, Юлай Ҡасимовтың оркестрға ҡушылып ҡурайҙа уйнаған көйҙәре тамашасы күңелен шунда уҡ яулап алды. Үҙенсәлекле этно-шоу үткәреү теләге ансамблдең күптәнге хыялы ине, ти сараны ойоштороусылар. Был юлы хореографияға урын юҡ. Бөтә иғтибар көйҙәр һәм вокал төрлөлөгөнә. Оркестр, хор, дуэттар, соло, триолар. Милли музыка көйҙәре, тере тауыш һәм заманса техник алымдар концертты ысын этно-шоуға әйләндерә алды. Сәнғәт трилогияһы дуҫ милләттәр тарихын, мәҙәниәтен, уның үткәнен һәм киләсәген берләштергән ысын музыкаль сәйәхәт. Ошондай форматтағы этно- тамашаның киләсәге ҙур. Сөнки ул тамашасы һөйөүен беренсе минуттарҙан уҡ яулай алды.
Өфөлә беренсегә “Сәнғәт трилогияһы” тип исемләнгән үҙенсәлекле концерт үтте
Өфөлә беренсегә “Сәнғәт трилогияһы” тип исемләнгән үҙенсәлекле концерт үтте