Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ун беренсе март Дәүләт Кремль Һарайы сәхнәһендә «Донья халыҡтары бейеүҙәре” тип исемләнгән беренсе ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Өфөлә был тарихи ваҡиғаға арналған асыҡ репетиция үтте. Ғәскәровсылар илдең баш ҡалаһына алтын фондтағы һәм репертуарҙағы өр яңы бейеүҙәрен алып бара. Репетиция барышын хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ла барып күрҙе. Сәхнәлә легендар ансамбльдең йөҙөк ҡашы булған Зарифа бейеүе. Айбулат Баһаутдинов беренсе тапҡыр был бейеүҙә солоны бер нисә йыл элек Мәскәүҙең Кремль сәхнәһендә башҡара. Кремль һарайы сәхнәһендә Ғәскәровсылар коллективтың 85 йыллыҡ юбилей йылын йомғаҡлау концертын тәҡдим итә. Билдәле, бай тарихлы ансамбльдең Дәүләт һарайындағы был беренсе концерты. 1939 йылдың 11 мартын ижади коллективтың тыуған көнө тип әйтергә мөмкин. Шуға күрә тап 11 март ансамбль, баш ҡала тамашасыһына «Донья халыҡтары бейеүҙәре” тип исемләнгән концерт программаһын тәҡдим итә. Төп бурыс Мәскәүҙә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау, Башҡортостаныбыҙҙың бөйөклөгөн, күркәмлеген күрһәтеү, ти артистар.Баш ҡала тамашасыһына, тәү сиратта, башҡорт хореографияһы классикаһы булған, күренекле балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың, алтын фондҡа ингән бейеүҙәр — «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары», «Өс ағай» бейеүҙәре күрһәтеләсәк. Икенсе бүлектә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡара: ҡаҙаҡ, хорезм, белорус, испан, аргентина, ҡытай бейеүҙәре һәм башҡа сағыу хореографик композициялар. Һәр бейүҙең үҙ нескәлектәре һәм сағыу костюмдары. Концерт программаһында премьералар ҙа бар. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған өлөштә Фәйзи Ғәскәровтың 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған «Төньяҡ амурҙары» бейеүенән, Бөйөк ватан һуғышы йылдарына бағышланған «Веселые ребята» бейеүе премьераһы хореографик композицияһы һәм махсус хәрби операцияһға арналған «тормош хаҡына» бейеүен күрһәтәсәктәр."Веселые ребята» бейеүе, «В бой идут одни старики» фильмы мотивы буйынса ҡуйылған. Хореограф Нәзир Байегетов әйтеүенсә, бейеүҙе ул фильмдың төп геройҙарының характерҙарына таянып ҡуя.Мәскәүгә бөтәһе 35 пар барасаҡ. Кремель Һарайындағы концертҡа һуңғы әҙерлек. Костюмдар булмәһендә лә ҡыҙыу мәл. Мәскәүгә 2 тоннанан ашыу костюмдар алып барыла.
Кремль Һарайы сәхнәһендә «Донья халыҡтары бейеүҙәре”
Кремль Һарайы сәхнәһендә «Донья халыҡтары бейеүҙәре”