“Башҡортостан геройҙары” программаһына ҡушылыусылар күбәйә. Әлегә ғаризалар тапшырыусылар аһын 600 кешегә яҡын. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар, ти Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Баҙранов. Программаны бойомға ашырыуҙа уйлап эшләргә кәрәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, кандидаттарҙы һайлағанда, уларҙың үҙ ҡыҙыҡһыныуы тураһында оноторға ярамай. “Башҡортостан геройҙары” программаһы нигеҙендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләнәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, алғы һыҙыҡта уларҙың яуаплылыҡ, намыҫ, Тыуған илгә тоғролоҡ, киҫкен хәлдәрҙә ҡарар ҡабул итә белеү кеүек иң яҡшы сифаттары сыныҡты. Етәксе өсөн ошондай сифаттар бик мөһим. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Унда ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар етәкселегендә уҡып сығып, стажировка үтеп, республиканың идара итеү командаһында лайыҡлы урын алырға тейеш. Программала нисек ҡатнашырға һуң?
Республикала ҙур проект бойомға ашырыла
Республикала ҙур проект бойомға ашырыла