Улар йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә ҡағылышлы. Балаларҙы яҡлау, мутлашыусылар менән көрәш, хеҙмәт, мәғариф, ер һәм мөлкәт тураһындағы закондарға мөһим үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Улар тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. 1-се марттан Балаларҙы яҡлау тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер 18 йәше тулмағандарға энергетиктар, кальян һәм тартыу өсөн шыйыҡсалар һатыу тулыһынса тыйыла. Рәсәйҙә мутлашыусылар арҡаһында бик күп кеше көндә тиерлек аҡсаһын юғалта. Сит документтар буйынса бурыс йыйған мутлашыусыларға ҡаршы закон да ғәмәлгә инде. Хеҙмәт ҡануниәтендә лә үҙгәрештәр бар. Бығаса хеҙмәт кодексында ниндәй ваҡыт арауығында ял алырға мөмкин икәнлеге билдәләнмәгәйне. Хәҙер, законға ярашлы, эшләгән кеше 1 йыл эсендә йә отпукына өҫтәмә итеп ял ваҡытында эшләгән көндәрен ала ала. Кеше эштән киткән осраҡа эш биреүсе уға ҡулланылмаған ял көндәрен тулыһынса түләргә тейеш. Хеҙмәт хаҡы буйынса бурысҡа ҡағылған үҙгәрештәр ҙә бар: әлеге ваҡытта эшсе һәм эш биреүсе араһында тыуған мәсьәләләрҙе, шулай уҡ хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү сәбәптәрен асыҡлау буйынса ведомстов-ара комиссиялар үҙ эшен башлай. Ойошмаларҙа остазлыҡ буйынса ла үҙгәрештәр бар. Мәғәриф тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер балалар баҡсаһынан алып урта һәм профилле белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары үҙҙәре тултырырға һәм алып барырға тейешле документтар исемлеге аныҡланды. Тәрбиәселәр 2 төр документ: килеү-килмәү журналы һәм календарь-тематик планлаштырыу документтарын ғына алып барырға тейешле. Мәктәп уҡытыусылары 5 документ тултырырға тейеш.Урта һәм профилле белем биреү йорттары уҡытыусылары 6 төрлө документ тултырырға тейеш. Белем биреү усаҡтарына, Рәсәй закондарына ярашлы теге йәки был мәсьәлә буйынса ғариза килмәһә, уларға яуап бирмәҫкә мөмкин. Март айындағы үҙгәрештәр күсемһеҙ милеккә лә ҡағыла. Хәҙер шәхси торлаҡ йорттар төҙөгәндә аҡса операциялары эскроу-иҫәп аша башҡарыла. Төҙөүсе килешеү буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәгәнгә тиклем был аҡса ошо иҫәптә ятасаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, марттан ғәмәлгә ингән барлыҡ үҙгәрештәр халыҡтың йәшәйешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән.
1-се марттан Рәсәйҙә мөһим закондар ғәмәлгә инде
1-се марттан Рәсәйҙә мөһим закондар ғәмәлгә инде