Бөгөн иртән сыҡҡан буран көн аҙағына тиклем дауам итәсәк

Бөгөн иртән сыҡҡан буран көн аҙағына тиклем дауам итәсәк

Ошо сәбәпле юлдарҙа ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. М-5 Урал трассаһының Иглин районы аша үткән өлөшөндә “Вольво” водителе идараны юғалтып ҡаршы яҡ юлға килеп сыға һәм автомобилдәр ташыусы “Мерседес” менән бәрелешә. Мерседес, үҙ сиратында, икенсе йөк машинаһына барып бәрелә. Өс йөк машинаһы ла, шулай уҡ автовоздағы машиналар зыян күргән, тип хәбәр ителә. Дәүләт автомобиль инспекцияһы водителдәргә мөрәжәғәт итеп, билдәләнгән тиҙлекте, автомобилдәр араһындағы арауыҡты һаҡларға саҡырҙы.