Асҡындағы иң оло ауылдарҙың береһе – Әмир үҙенең юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә. Киләһе йылда уға нигеҙ һалыныуға 390 йыл тула. Әмир – балыҡсы ырыуы башҡорттары төпләнгән ер. Мәғлүмәтте тарихи документтар ҙа раҫлай. Үткәнен, бөгөнгөһө һәм киләсәген ҡәҙерләп һаҡлай Асҡындар. Әмирҙә “Айыҡ ауыл” конкурсына арналған сара ла ошоға асыҡ миҫал. Хәбәрсебеҙ Дилара Әхмәҙишина сюжеты. “Имен йорт. Имен ауыл. Имен ил”. Әмирҙә үткән сараға халыҡ ошондай исем бирҙе. Ауылда йәшәүселәр әйтеүенсә, тыуған ер именлеге тап уны яратыуҙа, хөрмәт итеүҙә сағыла. Шуға ла, ситтән ҡайтҡан яҡташтарҙың байрамда ҡатнашыуы уға айырым мәртәбә өҫтәне. Имен илдең нигеҙе – иманда. Әмир ауылының биҙәге — “Нур” мәсете. Дини йорт бер ҡасан да буш тормай. Йома намаҙҙары, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен бергә ҡаршылай халыҡ. Бындай байрамдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батыр яҡташтарын улар йыш иҫкә ала. Ә уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштергән обелиск әмирҙәрҙең айырым иғтибарында. Һәйкәл, уның биләмәһен һәр саҡта тәртиптә тотоу, таҙартыу, йыйыштырыуҙы халыҡ үҙ өҫтөнә алған. Киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә лә ҙур ярҙам был обелиск. “Йәш армиясылар” хәрәкәтендә ҡатнашыусы балалар был урында йыш була. Әмирҙәрҙең «Яугирҙәр төйәге» проектын тормошҡа ашырыуы тотош районға өлгө. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, төрлө локаль хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, әлеге көн яугирҙарының хәрби юлын өйрәнә, йәш быуынға тапшыра. Әмирҙәр үҙ тарихына тоғро. Ауылдың үткәне менән урындағы музейҙа танышырға мөмкин. Бөтә экспонаттарҙы халыҡ үҙе килтергән. Биләмәлә йәшәүселәргә өмөтө ҙур Асҡындарҙың. Сөнки, тап Әмир “Айыҡ ауыл” конкурсының республика өлөшөндә район исеменән сығыш яһай. Күрһәтерлек тә, һөйләрлек тә миҫалдары байтаҡ уларҙың. Ҡул эштәренән башлап, аш-һыуҙың иң тәмлеләренә оҫта Әмир хужабикәләре. Тыуған ерем, тип йәшәй Әмир халҡы. Кескәй Ватаны тураһында хәстәрлек күргәндәр генә ил именлеге өсөн борсола. Бәләкәй ауылдың маҡсаттары ҙур. Улар үҙҙәре тураһында Башҡортостанды таныштырғылары килә.
Асҡындағы Әмир ауылы үҙенең юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә
Асҡындағы Әмир ауылы үҙенең юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә