Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан 7 мартта Башҡортостанда эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Быйыл Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан оҙайлы ялдар булмай. Ә бына июндә республика халҡы дүрт көн, 12-нән 15-енә тиклем ял итәсәк. Март аҙағында Башҡортостанда йәшәүселәрҙе шулай уҡ өҫтәмә ял көнө көтә. Быйыл 30 мартҡа, йәкшәмбегә тура килгән Ураҙа байрамы уңайынан 31 март, дүшәмбе, ял көнө тип иғлан ителде.
7 мартта Башҡортостанда эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла
7 мартта Башҡортостанда эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла