Мәктәп 21

Мәктәп 21

Баш ҡалала айти һөнәрҙәр алырға теләгәндәр өсөн “Мәктәп 21” һанлы технологиялар мәктәбе асылды. Ошо айҡанлы Өфөнөң Вуз-ара кампусында студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар һәм журналистар ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Төбәктәге үҙенсәлекле белем биреү үҙәге Сбер һәм республика Хөкүмәте менән берлектә бойомға ашырылған проект. Ул Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәге базаһында эшләйәсәк. Программалау буйынса уҡытыу бушлай башҡарыласаҡ, ул "бассейн" тип аталған һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 18 йәштән өлкән егет-ҡыҙҙарға IT өлкәһендә талап ителгән һөнәр алырға мөмкинлек бирә. Өфөлә беренсе "бассейн" 2 июндә эш башлаясаҡ.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Ошондай мәктәп кампустары илдең 14 ҡалаһында ғына эшләй, Өфөлә асылған мәктәптең төп йүнәлеше геном менән бәйле буласаҡ. Бында биоинформатиканың айырым тармағы булдырыласаҡ, ти проектты булдырыусылар.