Өфөлә үҙешмәкәр рәссам Тимофей Ерастовҡа 100 йәш тулды

Өфөлә үҙешмәкәр рәссам Тимофей Ерастовҡа 100 йәш тулды

Ошо уңайҙан рәссамдың күркәм юбилейына арналған шәхси күргәҙмәһе асылды. ”Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында “Таң” халыҡ рәссамдар клубының Тимофей Ерастов 45 йылдан ашыу алмаштырғыһыҙ рәйесе булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, рәссам әүҙем ижад итеүен дауам итә. 2019-2020 йылдарҙа уның картинаһы бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт фестивалендә лауреат була. Рәссамдың ижады һәм оҙон ғүмерлелек серҙәре менән Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.Йөҙ йәш булыуға ҡарамаҫтан күркәм юбилейын Тимофей Алексеевич үҙенең шәхси күргәҙмәһе, ҡурай көйөнә бейеп ҡаршылай. Күргәҙмә «Тыуған тәбиғәттең матурлығын, байлығын, мин һүрәттәремдә күрһәтәм» тип атала. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки Тимофей Ерастов картиналарында күбеһенсә тыуған яҡтың хозур тәбиғәтен һүрәтләй.Тимофей Ерастов 1925 йылдың 3 мартында Иглин районының Мансаҙы ауылында тыуып үҫә. Бала саҡтан рәссам булырға хыяллана, әммә йәшлеге һуғыш йылдарына тура килә, ул тылда хеҙмәт итә. Һуғыш тамамланыу менән 1945 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға инә, әммә һаулығы сәбәпле уҡыуын ташларға мәжбүр була. Хаҡлы ялға тиклем энергетик булып эшләй, партия ойоштороусыһы була. Һөнәри уңыштарға ҡаҙаша. Әммә ғүмере буйы һынлы сәнғәткә һөйөүен юғалтмай. Был йүнәлештә үҙ аллы белем алыуын әле лә дауам итә.Үҙенең һынлы сәнғәткә булған һөйөүен күктән бирелгән бүләк, ти рәссам.Картиналарымда матур һүрәт кенә түгел, ә тәрән мәғәнә һалырға тырышам ти рәссәм. Иң мөһиме кешеләрҙә хистәр уятыу.Үҙенең йөҙ йәшендә, бер ярҙамһыҙ, ҡулына ҡәләм алып, картина яҙыуын дауам итә Тимофей Ерастов. Үҙемде күпкә йәшерәк итеп тоям, ти рәссам һәм оҙон ғүмерлелек серҙәре менән бүлешә. “Таң” һәүәҫкәр рәссамдар клубы уның башланғысында 45 йыл эшләп килә. Әлеге көндә лә Тимофей Алексеевич клубтың алыштырғыһыҙ рәйесе. Башҡа һәүәҫкәр рәссамдар өсөн остаз. Лайыҡлы рәссам бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә Башҡортостан республикаһы исеменән «Таң» халыҡ клубынан сығыш яһап, лауреат була.Күргәҙмәгә рәссамды тәбрикләү өсөн дуҫтры, ижадын һөйөүселәр һәм яҡташтары йыйылды.Тимофей Алексеевичтың эштәре Мәскәүҙә, Екатеринбургта, шулай уҡ Республикала күп кенә шәхси күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның эштәрен профессиональ рәссамдар ҙа юғары баһалай.Юбилей кисәһендә үҙешмәкәр рәссам Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалы менән бүләкләнде.«Тыуған тәбиғәттең матурлығын, байлығын, мин һүрәттәремдә күрһәтәм» тип исемләнгән күргәҙмә 15 мартҡа тиклем эшләйәсәк.