Өфөлә Октябрь революцияһы урамында сыҡҡан янғын һүндерелгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итәләр. Янғында һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында конструкциялар һүтелә. Янғын мансарда төрөндәге биш фатирлыҡ йортта сыҡҡан. 4 кеше ҡотҡарылған. Ут сығыу сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай.
Янғын һүндерелде
Янғын һүндерелде