Башҡортостан синоптиктарының яҡынса мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Ағиҙел һәм Урал йылғаларында яҙғы ташҡын артыҡ көслө булмаясаҡ, Ҡариҙел йылғаһында, киреһенсә, норманан юғары булыр, тип көтөлә. Әлегә теүәл генә фараздар юҡ. Йылғаларҙың кимәле, һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләр буйынса мәғлүмәт 25-се марттан һуң билдәле буласаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерҙе. Ултырыштың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы. Башҡортостандың Эске эштәр министры Александр Прядко биләгән вазифаһын ҡалдыра. Ведомство етәксеһенең ошо хаҡтағы рапорт яҙыуы тураһында дүшәмбе кәңәшмәһендә әйтелде. Кәңәшмәнең хәҙер үҙ тәртибе бар. Аҙнаның беренсе көнөндәге ултырыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бүләкләүҙән башлана. Был юлы “Генерал Шайморатов” миҙалы Илвир Хөснөдиновҡа тапшырылды. Республиканың фәнни-технология үҫешен хәҙер айырым комитет тәьмин итә. Айырым һәм ҙур бурыстар билдәләнгән ведомство алдында. Комитет рәйесе исеме лә аталды. Ул — Светлана Мостафина. Республика башлығы тарафынан яңы Указ да имзаланды. Башҡортостанда хәҙер ижади индустрияларҙы камиллаштырыу юлдарын өйрәнәләр. Тап ошо йәһәттән 8-се август төбәктә “Креатив индустриялар көнө” булараҡ уҙғарыла. Саралар үтәсәк төп урын да билдәле. Ғәҙәттә, ошондай фестивалдәрҙе Стәрлетамаҡ ҡаршылай. Шулай ҙа, августҡа тиклем Башҡортостанға ҙур һыуҙы имен уҙғарыу бурысы тора. Быйылғы ташҡындың күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә тура килеүе бар, тип фаразланһа ла, яуым-төшөмдөң нисек булыуын, уның йомғаҡтарын күҙаллау әлегә иртәрәк. Башҡортостандың барлыҡ хеҙмәттәре лә ташҡынды имен уҙғарыуға әҙер. Яҡын арала махсус техниканың күргәҙмәһе үтә. Ә ҙур һыуҙың көсө, кимәле, ваҡыты тураһында теүәл мәғлүмәттәр 25-се мартта билдәләнә.Кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған йәнә бер мәсьәлә иғтибарға лайыҡ. Башҡортостанда беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһының эшенә баһа бирелә. Үҙгәрештәр бихисап, тигән фекерҙә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.Республика 2025-се йылға тағы ла бер бурыс аныҡланы. Башҡортостан быйыл кәм тигәндә лә 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Ә был аҙнала Башҡортостанда ҙур формудар көтөлә. Уларҙың береһе “Артҡоролтай” сараһы булһа, бынан тыш, республиканың 3 юғары уҡыу йорто федераль гранттарға дәғүә итеү өсөн Мәскәүҙәге форумда ҡатнаша. Башҡортостан университеттарының ил ҡаҙнаһынан өҫтәмә аҡса алыуға ышанысы ҙур. Сөнки, республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй.
Яҙғы ташҡынға бәйле тулы мәғлүмәт 25-се марттан һуң билдәле буласаҡ
Яҙғы ташҡынға бәйле тулы мәғлүмәт 25-се марттан һуң билдәле буласаҡ