Бишбүләктәрҙән бүләктәр

Бишбүләктәрҙән бүләктәр

Башҡортостан полкы етәкселеге Бишбүләк районы ирекмәндәренә гуманитар ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Районда ярҙам туплаусы 30 пункт булдырылған, уларҙа битараф булмаған ауыл халҡы яугирҙарға көн дә ярҙам әҙерләй. Тулыраҡ киләһе сюжетта. Рәхмәттәр, ысынлап та, урынлы. Башҡортостандан оҙатылған һәр гуманитар ылау составында Бижбүләк ирекмәндәре ебәргән посылкалар. Әүҙемселәр хәрбиҙәрҙең һорауҙары буйынса эшләй. Мотлаҡ рәүештә ярҙамдың нисек килеп етеүе хаҡында кире бәйләнеш булырға тейеш. Айыт ауылының әүҙемдәре ижади төркөм алдында 306-сы маскировкалау селтәрен әҙерләп тә ҡуйҙы. Уны ҡатындар яңы технология буйынса үргән. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға ниндәй селтәрҙәр кәрәклеген яҡшы белә. Шул уҡ ваҡытта мәктәп уҡыусылары ла ҡалышмай. Уҡыуҙан буш ваҡыттарында ирекмәндәр үҙәгенә килеп нашлемниктар эшләшә.Бижбүләк районында Айыт – махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәткән 30 ауылдың береһе. Ситтә ҡалыусылар юҡ. Халыҡ берҙәм дәррәү ярҙам итә. Яугирҙарға ниндәй ашығыс ярҙам ебәрергә һәм унда, тәү сиратта, нимәләр һалырға кәрәклеген Эллина Суфиянова күҙәтә. Ул "Бөтәһе лә фронт өсөн — Бишбуләк" ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе. Ирекмән ҡатын даими рәүештә гуманитар ылауҙарҙы оҙатып йөрөй, ике тапҡыр фронттағы хәрби госпиталгә ярҙам күрһәтергә барып ҡайтҡан. Хәбәрсе. Эллина Суфиянова госпиталдәрҙә генә түгел, үҙ ирекмәндәренә лә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Даими рәүештә ирекмәндәр пунктары буйлап йөрөп сыға, уға юлланған бер һорау-үтенес тә хәл ителмәй ҡалмай. Был юлы Мораҙым ауылы әүҙемселәренә Башҡортостан полкы етәкселегенән рәхмәт хаты алып килгән. Мораҙым ауылы клубында госпиталдәргә кәрәк-яраҡтар тегеү буйынса тотош производство булдырылған. Бында битараф булмаған ауыл халҡы окоп шәмдәре ҡоя, сәй әҙерләй, окоп душтары эшләй. Район ирекмәндәре һәр эшкә әҙер. Кәрәк булһа, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙы лә алмаштыра риза улар, тип шаярта Эллина Суфиянова