Нацистар артҡа сигенә

Нацистар артҡа сигенә

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары нацистарҙы артҡа сигендерә. Подразделение фронт һыҙығы алға күсеү сәбәпле, дислокацияһын алмаштыра. Хәрби техника, блиндаждар, идара итеү пункты ла яңы урынға күсә. Позицияларға тәү сиратта элемтәселәр инә. Улар артабанғы эште координациялау өсөн бәйләнеш булдыра. Донецк халыҡ республикаһынан хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров репортажы. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары нацистарҙы артҡа сигендерә. Подразделение фронт һыҙығы алға күсеү сәбәпле, дислокацияһын алмаштыра. Хәрби техника, блиндаждар, идара итеү пункты ла яңы урынға күсә. Позицияларға тәү сиратта элемтәселәр инә. Улар артабанғы эште координациялау өсөн бәйләнеш булдыра. Донецк халыҡ республикаһынан хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров репортажы.Үҙәк менән бәйләнеш бишкә. Артабан яугирҙар подразделениеның башҡа роталарына элемтә булдыра. Идара итеү пункты йәшерен, күҙгә салынып бармаған ерҙә урынлаштырыла. Ә унан иһә бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп торасаҡ.Радио, интернет, сымлы һәм йәшерен элемтә. Яугирҙар бер нисә төр бәйләнеш саралары ҡуллана. Унһыҙ бер генә һалдат та урынынан ҡуҙғалмаясаҡ. Элемтә подразделение менән идара итеүҙең нигеҙе. Александр Доставалов исемендәге батальондың элемтәселәр взводында башлыса башҡорт егеттәре хеҙмәт итеүе лә өҫтөнлөк бирә. Дошмандар ҡайһы саҡта беҙҙең йышлыҡтарҙы асыҡлай йә бөтөнләй рацияларҙы ҡулдарына төшөрә. Тап шундай осраҡтарҙа башҡорттар телгә килә лә инде.Элемтәселәр һәр саҡ хәүеф аҫтында. Шуға күрә һәр төрлө һаҡланыу саралары ҡуллана. Башҡортостандан ебәрелгән дрондар һөжүмен иҫкәртеүсе детекторҙарға улар айырыуса ҡыуанды.Ни тиһәң дә иң ышаныслы бәйләнеш сымдар аша, ти яугирҙар. Кабелдәрҙе улар махсус хәрби операция башланғандан алып йөҙҙәрсә саҡрым һуҙған һәм был километрҙар арта ғына. Уның ҡарауы илебеҙҙең тарихи сиктәре менән бәйләнеш яҡынайғандан яҡыная.