Ғаилә менән ялға

Ғаилә менән ялға

Үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға китеүселәр араһында ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ. Ҡасандыр Өфөлә эшләп йөрөгән шәфҡәт туташы хәҙер алғы һыҙатта яраланған яугирҙарҙы ҡотҡара. Әле медицина взводы фельдшеры тормош иптәше менән ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Махсус хәрби операция биләмәһендәге тормош иптәшем менән отпуска мәле беренсе тапҡыр бергә тура килде, ти Жанна. Ошо ҡыҫҡа ғына мәлдең ҡәҙерен белеп, һәр бер минутын яҡындары янында үткәрергә тырыша ханым. 5-се ҡала дауаханаһының шәфҡәт туташы 2022 йылда мобилизацияланған ире артынан махсус хәрби операцияға юлланған. Быға тиклем ул Луганск халыҡ республикаһына эш буйынса бер-нисә тапҡыр командировкаға барған, Красный Луч ҡалаһында яугирҙарҙы һәм тыныс халыҡты госпиталдә дауалаған.Ҡатынымдың бындай аҙымын тәүҙә өнәп бөтмәһәм дә, аҙаҡ күндем. Хәҙер иһә уға терәк-таяныс ҡына булырға, ҡулдан килгәнсә бар яҡлап ярҙам итергә генә ҡала, ти Жаннаның тормош иптәше.«Башҡортостан» полкының медицина взводы фельдшеры экстремаль шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә.Ҡыҫҡа ваҡытлы ял тамамланыуға ла һынаулы ғына көндәр ҡалған. Ошо мәлдең бер генә секундын да юҡҡа сарыф итмәйенсә, туғандар-дуҫтар, яҡындарым менән күрешеп-хәл белешеп өлгөрөргә кәрәк, ти Жаворонок.