Тәүәкәндәр тәүәкәлдәр

Тәүәкәндәр тәүәкәлдәр

Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында сәләмәт тормош рәүешен үҙ итеүсе ауылдар форумы үтте. Төбәк-ара кимәлдәге сараның маҡсаты — киләсәк быуында айыҡ ҡараш тәрбиәләү. Тәүәкәндәр менән беҙҙең хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин осрашты.Башҡортостан ауылдары ҙур социаль проектта ҡатнаша. Республика кимәлендәге конкурстың бүләк фонды ла юғары. Быйыл еңеүселәргә миллиондарса һумлыҡ аҡсалата премиялар ҡаралған. “Айыҡ ауыл” ярышында Күгәрсен районын исеменән Тәүәкән биләмәһе сығыш яһай. Ауыл, ундағы төбәк-ара саралар тураһында беҙҙең киләһе яҙмала. Тәүәкәндә йәшәгән бер туған Әбдрәхимовтар тырыш хужалар ғына түгел, ә оҫта гармунсылар ҙа. Ер эшкәртеп иген иккән ауыл кешеләре булыуын ағалы-ҡустытылар йәшермәй. Тупраҡтан көс алған механизаторҙар хеҙмәтенең баһаһы юғары. Әбдрәхимтовтар нәҫелендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыусылар тиҫтәгә яҡын. Тәүәкән – Күгәрсендәге иң билдәле ауылдарҙың иҫәбенән. Район ҡаҙнаһына тулыландырыуға иң ҙур өлөштәрҙең береһен индергән хужалыҡ та “Тәүәкән” исемен йөрөтә. Предприятие бөгөн стратегик әһәмиәткә эйә. 200-гә яҡын кешене эш менән тәьмин итеп, ауылға һулыш өрөүсө лә — “Тәүәкән” хужалығы.Тәүәкәндәр бөгөн аграр мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән, социаль юҫыҡта эш алып бара. Ауылд үҙ клубы, мәктәп, мәҙәниәт усағы, хатта район үҙәктәре көнләшерлек спорт комплексына эйә. Биләмә халҡының башҡаларға һөйләрлек һүҙе лә бар, уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек. Сәләмәт тормошто үҙ итеп, айыҡлыҡҡа әйҙәй тәүәкәндәр. Төбәк-ара кимәлдәге семинарҙың маҡсаты ла тап ошонан ғибәрәт. Тиҫтәгә яҡын район өсөн бер көнгә стратегик үҙәккә әйләнгән Тәүәкән мәктәбенең бөгөн айырым класстары – аграр йүнәлешле синыфтары бар. Киләсәктә ауыл ере өсөн белгестәргә йүнәлтмә бирә был бүлмәләр. Ырымбур өлкәһенең Алмалы мәктәбе уҡытыусылары һөнәрҙәштәре тәжрибәһен ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Тәүәкәндәге төбәк-ара кимәлдәге семинарҙа ҡатнашыр өсөн күрше субьекттан килгән делегаттар Төйлөгән өсөн күп проекттарҙы бойомға ашырыу кәрәклеген әйтә. “Тәүәкәндәр өлгөһөндә айыҡ ауыл миҫалы” семинарында ҡатнашыусылар һүҙҙә түгел, ә ысынбарлыҡта тәжрибә уртаҡлашты. Күгәрсендәге был биләмә халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ярҙамды даими күҙәтә. Гуманитар йөккә аҙыҡ-түлектән тыш, көндәлек тауарҙар, хатта окоп шәмдәре тейәлә. Тәүәкәндәрҙән хәҙер Йылайырҙағы бер-нисә ауыл халҡы шәмдәр эшләү буйынса дәрес алырға уйлай. Күгәрсен данын яҡлай “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Тәүәкәндәр. Район кимәлендәге ярышта еңгән биләмәне хәҙер тағы ҙурыраҡ һынау көтә. Төп көстәренең берҙәмлектә икәнлегенә ышана хужалар. Тәкәүәндә уҙған форумда ҡатнашыусы райондар ҙа үҙ вәкилдәрен республика кимәлендәге социаль проект еңеүсеһе итеп күрергә теләүҙәрен йәшермәй. Уртаҡ ярыш, уртаҡ эштә һәр кем бөгөндән еңеүсе. Сөнки, маҡсат төп бүләкте алыу ғына түгел, маҡсат – айыҡлыҡты таратыу.Тәүәкәндәр ауылы тарихын ҡәҙерләп һаҡлай. Улай ғына түгел, юғалта барған кәсептәрҙе тергеҙеү йүнен күрә. Ә ошо ерлектә ҙур семинар уҙғарыу айырым әһәмиәткә эйә. Һөҙөмтәләр айылҡ, йыллыҡ ҡына түгел, ә тотош быуындарҙы тәрбиәләүгә аҙым.Тәүәкәндәрҙең айыҡ ауылдар араһында лайыҡлы урыны бар. Иманға, дингә тартыла биләмә халҡы. Тырышып эшләгән, ерен, һыуын яратҡан, ауылым тип йән атҡандарға баһа ла юғары булыуы шарт.