Унда Ҡытай халыҡ республикаһы менән хеҙмәттәшлектең төрлө яҡтары тикшерелде. Радий Хәбиров Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙең мөһимлеген билдәләп уны төбәктең иң төп иҡтисади партнерҙарының береһе тип атаны. Үҙ сиратында, Хао Ля-Ню Ань ханым Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә етештерелгән тауарҙарҙан павильон эшләү тураһындағы пландары менән бүлеште. Осрашыуҙа шулай уҡ сик буйында сауҙа итеү өсөн “Өфө” транспорт-агрологистик һәм Ляо-Чжун индустриаль парктары резиденттарын берләштергән халыҡ-ара платформаның эш башлауы хаҡында ла етди һөйләшеү булды. Хао Ля-Ню Ань ханым Башҡортостан вәкилдәрен майҙа Шень-Чженға сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Ҡытай конференцияһына саҡырҙы.
Республика башлығы Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе менән осрашты
Республика башлығы Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе менән осрашты