Ҡар һыуҙарының һөҙәктә урынлашҡан ауылдарҙы баҫыу ихтималлығы арта. Тау һәм ялан йылғаларының күтәрелеп боҙ өҫтөнә сығыуы бар. Әле Башҡортостан йылғаларында боҙ шартлата башланылар. Ташҡынға ҡаршы саралар Архангел һәм Шишмә райондарында үткәрелде. Хәрбиҙәр һәм ҡотҡарыусылар йылғаларҙың ҡатмарлы өлөштәрендә боҙ тығылып, һыу ташып, ауылдарҙы баҫмаһын өсөн ошондай эштәр алып бара. Был хаҡта сираттағы репортаж.Ҡотҡарыусылар боҙҙо тишкәс хәрбиҙәр эшкә тотона. Улар шартлатҡысты төпкәрәк урынлаштырырға тырыша. Сөнки, тап ошолай уның һөҙөмтәһе яҡшыраҡ була.Шартлаған боҙҙоң диаметры ике метр самаһы. Янындағыһы ла сатнап, тиҙерәк ирей башлаясаҡ. Был юлы Инйәр йылғаһында ғына 100 килограмм самаһы тротил шартлаттылар. Саперҙар күпер һәм башҡа конструкциялар янында ла эш алып бара.Оҙондар халҡы яҙҙы тыныс ҡаршы ала. Йыл һайын бында шартлатыу эштәре алып барыла. Ваҡытында зыяратты һаҡлаған дамба ла төҙөлгән. Халыҡ Инйәр ташып, ауылды һыу баҫҡанын яҡшылап хәтерләмәй ҙә. Быйыл муниципаль берәмектәрҙең ғаризаһы буйынса йылғаларҙың 11 участкаһында шартлатыу эштәре ҡаралған. Ғәҙәттә Инйәр, Әй, Йүрүҙән, Өршәк кеүек тау йылғаларында хәл ҡатмарлы булыуы мөмкин. Быйыл Яйыҡ һәм Ағиҙел йылғаларындағы ҡарҙа һыу нормаға ярашлы, тип белдерә гидрологтар. Ә бына Ҡариҙел йылғаһында бер аҙ күберәк. Шуға ла ҡотҡарыусылар даими күҙәтеү алып бара.Был көндәрҙә республикала көндөҙ +7 градусҡаса йылыта, ямғыр яуа, тип белдерә синоптиктар. Төндәрен дә йылы торасаҡ. Һауа температураһының күтәрелеүе һәм яуым-төшөм ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерәсәк, тау йылғалары ташыуы һәм ҡар һыуҙары йорт ихаталарын баҫыуы ихтимал, тип билдәләйҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Быйыл 44 ҡала һәм районда 300-ҙән ашыу биләмә һыу эсендә ҡалыуы ихтимал. Әле ҡотҡарыусылар һәм махсус хеҙмәттәр 27 муниципалитетта 67 ҡурҡыныс участканы контролдә тота. Планға ярашлы, уларҙа шартлатыу эштәре дауам итә. Ташҡын буйынса аныҡ мәғлүмәттәр 25 марттан һуң ғына билдәле була.
Көндәрҙең йылытыуы, ямғыр яуыуы ҡарҙың тиҙерәк иреүенә килтерәсәк
Көндәрҙең йылытыуы, ямғыр яуыуы ҡарҙың тиҙерәк иреүенә килтерәсәк