Иглинда автомобиль менән юл эшсеһен тапатҡан ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде. Былтыр көҙ ҡатын төнөн Силәбегә ҡайтып барғанда М-5 трассаһында 49 йәшлек ирҙе тапата. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡатын иҫерек булған. Суд ҡарарын хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова тыңланы. Енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ҡатынға ни бары 35 йәш. Ул үҙенең ғәйебен таныһа ла битен ҡаплап килергә мәжбүр. Ваҡытты кире ҡайтарып булһа, барыһын да үҙгәртер инем, ти ҡатын, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. Алкотестр ҡатындың спиртлы эсемлелек эскәнен күрһәтә. Ҡатындың уйланылмаған был аҙымы ҙур фәжиғәгә килтерә. М-5 трассаһында Силәбе өлкәһендә йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын юл эшсеһен төкөп, кюветҡа оса. Ирҙең кәүҙәһе алғы быяланы ватып, машинаның салонына килеп инә. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡатын балалары менән әсәһенең тыуған көнөндә иҫерек кейәүе менән талаша. Хәлдең яҡшы тамамланмаҫын һиҙеп, ул руль артына ултырып Силәбегә ҡайтырға сыға. Мәрхүмдең ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы ҡалған. Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таный һәм мораль зыянды ҡаплау өсөн ғаиләгә үҙ теләге менән миллион һумдан ашыу аҡса биргән. Суд ҡарары буйынса, өс балаһын яңғыҙ үҫтергән ҡатын, әлегә өйөнә ҡайтарылды. Суд уның кесе балаһына 14 йәш тулғансы язаны үтәүҙе кисектереп торорға ҡарар итте.
Юл эшсеһен тапатҡан ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Юл эшсеһен тапатҡан ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде