Ханты-Мансийскиҙа бөгөн ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» үтә. Ярыштарҙа илдең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Ватанды һаҡлаусылар фонды хеҙмәткәрҙәре һәм спортсылары турнир үтәсәк төбәккә юлланды. Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Артта бер айлыҡ ныҡышмалы күнекмәләр һәм етди әҙерлек. Алда көсөргәнешле алыш. Шөкөр, яу яланында түгел, Ә Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» турнирында.Махсус хәрби операция ветерандары Башҡортостан йыйылма командаһына тупланып, ил кимәлендә республика намыҫын яҡлаясаҡ. Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса беренсе Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»-нда бөтәһе дүрт егет биатлон, саңғы ярыштарында һәм тау саңғыһы спортында көс һынашасаҡ. Хәбәрсе. Спортсылар араһында Федоровка егете Радик Йосопов та бар. Ул хәрби бурысын үтәгәндә умыртҡа бағанаһына етди йәрәхәт алған, хәҙер йөрөйҙән мәхрүм. Күптән түгел "Ватанды һаҡлаусылар" фонды махсус хәрби операция ветеранына ҡул менән идара ителеүсе яңы автомобиль тапшырҙы. Әйткәндәй, яңы спорт төрө менән шөғөлләнә башлауына ла егет фонд хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле. Турнирҙа Радик саңғы ярыштарында ҡатнашасаҡ. Спортсыларға ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙләштереп яҡшы физик әҙерлек алырға 4 тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов ярҙам итә. Ул егеттәрҙе дәртләндереүсе, турнирҙа оҙатып барыусы ла. Еңеү менән ҡайтыуҙарында шикләнмәй. Үтәсәк трассалар уңышлы, ти Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Сөнки тап Ханты-Мансийскийҙа 2011 йылда Ирек Зарипов донъя чемпионы титулын алған. Хәбәрсе. Бөтә Рәсәй «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» 6 көн дауам итәсәк. Ярыштарҙа илдең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Турнирҙа республика исеменән Радик Йосопов, Алексей Хохлов, Олег Мөфтәхетдинов һәм Артем Мөхәрәмов сығыш яһаясаҡ. Улар рух көсөн, сығамлығын һәм бар оҫталығын күрһәтеп еңеү менән ҡайтырға иҫәп тота. Уңыштар теләйек егеттәргә.
Ватанды һаҡлаусылар кубогы
Ватанды һаҡлаусылар кубогы