Алҡыштарға күмелгән сығыш

Алҡыштарға күмелгән сығыш

Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Мәскәүҙәге Кремль һарайындағы сығышы алҡыштарға күмелде. Тәүге бүлектә башҡала тамашасыһы башҡорт хореографияһы классикаһы булған “ Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Төнъяҡ амурҙары” , Өс таған һәм Фәйзи Ғәскәров ансамбленең алтын мираҫын тәшкил иткән башҡа бейеүҙәрен ҡарап кинәнде. Тамашасы хөкөмөнә шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған бейеү композициялары ла тәҡдим ителде. Тамашаның икенсе бүлегендә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен: испан, ҡаҙаҡ, аргентина, ҡытай халҡы бейеүҙәрен һәм башҡа сағыу хореографик композициялар күрһәтте. Был тулҡынландырғыс ваҡиға, сөнки мәртәбәле залда беҙҙең ансамбль үҙ тарихында беренсе тапҡыр шәхсән концерты менән сығыш яһай, тип яҙҙы социаль селтәрҙә Республика етәксеһе Радий Хәбиров. Илдең төп майҙансығында «ғәскәровсылар» «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы менән 11 март-үҙенең тыуған көнөндә сығыш яһаны. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостандың тәүге профессиональ бейеү коллективы һанала. Ул 1939 йылда бөйөк хореограф Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров тарафынан булдырыла. Әлеге ваҡытта Ғәскәров исемен йөрөткән коллектив — уның бейеү стилен, ансамбль тарихында тупланған тәжрибәһен, ижади мираҫын һаҡлаған бейеү театры. Ғәскәровсылар башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен генә түгел, тотош Рәсәй халыҡтары бейеүҙәренең сағыу палитраһын донъяға таратыусы ижади коллектив.