Зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк

Зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Архангел районында ташҡындан зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация түләнәсәк. Район хакимиәте әле тулы исемлек төҙөй. Район әле “Ғәҙәттән тыш хәл” режимында йәшәй. Инйәр йылғаһы ташып Аҙау ауылын баҫты. Урында оператив штаб эшләй. Ауыл халҡы әйтеүенсә, быға тиклем һыуҙың ул тиклем юғары күтәрелгәне булмаған. Әле 42 йорт һыу аҫтында ултыра. Уларҙа кәм тигәндә 62 кеше йәшәй. Ауыл халҡы менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов осрашты.