Архангел районында Ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү сәбәпле “ҡыҙыу линия” эшләй башланы. Уның буйынса халыҡты эвакуациялау, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары тураҙында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон номеры 8-347-248-12-84. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 103 кеше имен урынға күсерелгән. Улар бар кәрәк-яраҡтар менән, шул иҫәптән ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә 90 кеше һәм 39 берәмек техника йәлеп ителгән. Пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында 300 метрҙа боҙ тығылыуы асыҡланған. Бындай хәл ауылда тәүге тапҡыр күҙәтелә, ти Оҙонлар ауылы биләмәһе депутаты Илфат Хөсәйенов.
“Ҡыҙыу линия” эшләй башланы
“Ҡыҙыу линия” эшләй башланы