Бөгөнгә 11 районда хәлдәр ҡатмарлы

Бөгөнгә 11 районда хәлдәр ҡатмарлы

Архангель, Белорет, Благовар һәм Ғафуриҙә 100 ихата һәм йорт һыу аҫтында. Әлшәй, Ауырғазыла, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Шишмә, Саҡмағоштағы юлдарҙың бер өлөшө, Ҡырмыҫҡалы менән Шишмәлә күперҙәр һыу аҫтында. Республикала ташҡын эҙемтәләренең көтөлмәгән хәл менән тамамланыуы ихтимал. Башҡортостанда йылғалар кимәле ҡапыл арта. Димдең Бишбүләк районы Дүсән ауылы янындағы ағымы тәүлек эсендә 91 сантиметрға күтәрелгән. Ләмәҙҙең Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылы тәңгәлендәге өлөшө 24 сәғәттә метрҙан ашып, уның тәрәнлеге хәҙер өс метр ярымдан күберәк. Дала йылғаһы – Стәрле лә хәүеф менән янай.