Янғынға бәйле яңы мәғлүмәт

Янғынға бәйле яңы мәғлүмәт

Дәүләкән районы Алға ауылында биш баланың һәм бер ирҙең һәләк булыуы сәбәпле икенсе енәйәт эше асылды. Ул имен булмаған ғаиләне тейешенсә күҙәтмәүгә ҡағыла. Хәҙер райондың ошо өлкә өсөн яуаплы булған етәкселәре тәфтишселәр һорауҙарына яуап бирәсәк. Асыҡланыуынса, балалар йәшәгән фатирҙа санитар нормалар үтәлмәгән. Был турала вазифа биләгән етәкселәргә лә билдәле булған. Күп төрлө мөрәжәғәттәргә ҡарамаҫтан, әсә кешене әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү буйынса саралар күрелмәгән. Әммә күршеләре ғаиләне тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырлай.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 6 кешенең үлеменә килтергән янғындың яҡынса сәбәптәре ҡыҫҡа ялғанышҡа бәйле. Дәүләкән районы Алға ауылында урынлашҡан ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында янғын сыҡҡайны. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә асыҡ ут булмай, уны 2 квадрат метр ярымда күршеләре инеп һүндереп өлгөрә. Тикшереү барышында бүлмәләрҙә 7 йәшлек ҡыҙ-бала, 5 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙар һәм өс йәшлек игеҙәк малайҙар, 33 йәшлек ирҙең кәүҙәләре табыла. Әсәлек капиталына алынған фатирҙа янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал урынлаштырылған булған. Ишле ғаиләләргә ул бушлай бирелә.