Өфөнөң Торатау конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Иғтибар үҙәгендә илһөйәр һәм батыр ул тәрбиәләүсе герой әсәләр, гуманитар ярҙам ойоштороуға күп көс һалған, махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы күрһәткән ирекмәндәр һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар. Милләт әсәләре менән Альбина Зәйнетдинова осрашып аралашты.Йор һүҙле һәм ижади ҡарашлы, талапсан һәм ғәҙел. Мәҙинә Раянованың оло йөрәгендә һәр уҡыусыһы өсөн урын бар. Ул 35 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Тормош иптәше менән үҙҙәре 4 бала тәрбиәләй. Бар булмышымды балаларға арнаным, ти Мәҙинә Әғләм ҡыҙы.Балаларға белем биреү генә аҙ, уларҙы ысын кеше итеп тәрбиәләү мөһим, ти Мәҙинә Әғләм ҡыҙы. Шуға ла патриотик тәрбиәгә айырыуса иғтибар бүлә остаз. Уҡыусылары һәм ата-әсәләре менән берлектә Мәҙинә Әғләм ҡыҙы республикала беренселәрҙән булып ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып, Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҡатнаша. Уның тырышлығы республика кимәлендә баһаланды. Мәҙинә Раянова «Остаз» наминацияһында еңеүсе тип танылды. Бөтә Рәсәй кимәленә еткән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Проект һәр йылдағыса үҙ маҡсаттарына тоғро ҡала. Йүнәлештәре генә үҙгәрә. Хәҙер төп маҡсаттарҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, үҫеп килгән быуынды халыҡ традициялары һәм патриотизм рухында тәрбиәләү.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡаҙаныштары 7 номинация буйынса билдәләнде. «Мәҙәниәт», «Педагог», «Бизнес-леди» «Оҫтабикә», «Медицина хеҙмәткәре». «Ағинәй », һәм «Ирекмән». Һуңғы ике номинация иң күләмлеһе булды. Ҡатнашырға теләүселәр күп ине. Ирекмәндәр һаҡсыларға терәк булыр өсөн әүҙем ҡатнашалар, гуманитар миссияла әүҙемдәр. Бында уларҙың көсө, энергияһы эшләгән эштәренең күләме күренде. Әле хаҡлы ялда булған, тормош тәжрибәһе туплаған аҡыллы ағинәйҙәр ҡатнашты. Хаҡлы ялда ваҡыттары бар йәштәргә һәм илебеҙгә терәк булыр өсөн. Улар иң мөһиме илебеҙҙең яҙмышына битараф түгелдәр .Юғары маҡтауға лайыҡ ирекмәндәр араһында Стәрлебаш районынан Зифа Хәмидуллина ла бар ине. Ул махсус хәрби операция башланыу менән яугирҙарға йылы кейем тегә башлаған. Хәҙер киңәйтелгән цехта госпиталдәр өсөн адаптив кейем етештерелә. «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында республиканың ижтимағи-йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, гуманитар ярҙам ойоштороуға күп көс һалған, махсус хәрби операция биләмәһендә медицина ярҙамы күрһәткән һәм еңеүҙе яҡынайтыуға бөтә көстәрен һалған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар оло иғтибарға лайыҡ булды. Шулай ҙа сараның төп геройҙары булып Ватанды яҡлаусыларҙың, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларының әсәләре сығыш яһаны.Улар Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән бүләкләнде. Араларында Дәүләкән районында йәшәүсе Наталья Иванова ла бар ине. Ул махсус хәрби операцияға дүрт улын оҙатҡан.Өс йыл рәттән сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары - илдең ысын батырҙарын, Рәсәй геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр. Уларҙы бөтә зал аяҡ үрә ҡул сабып хөрмәтләне.Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе конкурсы бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан иң арбуйлы һәм әһәмиәтле сараларҙың береһе. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. 2022 йылдан алып “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй статусын алып ил кимәленә сыҡты. Мәскәү, Тобольск ҡалалары, Ханты-Манси автономиялы округы, Төмән, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Ырымбур өлкәләре, Татарстан республикаһы. Быйыл сараға бөтәһе 14 төбәктән 500-ҙән ашыу кеше ҡушылған. Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнгән сараның киләсәге яҡты. Сөнки милләт әсәләре данлауға ғына лайыҡ.
Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе
Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе