Башҡортостанда бер тәүлектә 166 кеше эвакуацияланған, шул иҫәптән 38 бала. Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына халыҡтан 441 хәбәр килгән. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, 168 йорт ихатаһын, 42 өйҙө, 9 автомобиль юлын, 2 күперҙе һыу баҫҡан, 12 муниципаль берәмектә 17 хәл контролдә тотола. Һуңғы тәүлектә Салауат районы Сулпан ауылы янында Йүрүҙән йылғаһы 214 сантиметрға күтәрелгән. Өфө янында Ағиҙел 88 сантиметрға артҡан, Бөрйән районы Ҡотан ауылы тәңгәлендә 77 сантиметрға ташҡан.
Йылғалар таша
Йылғалар таша