Архангел районы “Ғәҙәттән тыш хәл” режимында йәшәүен дауам итә

Архангел районы “Ғәҙәттән тыш хәл” режимында йәшәүен дауам итә

Урында оператив штаб эшләй. Әле күп кенә йорттар һыу аҫтында ҡала әле. Ауыл халҡы менән хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов осрашты.Ҡотҡарыусылар һыу ҡамауынан ҡатын кешене боҙ йырып ҡулда алып сыҡҡан был кадрҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. 19 март төнөндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәренә төн буйы Аҙау ауылы урамдарында муйындан боҙло һыу кисеп үткәрергә тура килә. Сөнки кеше ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә. Таңһылыу Москова ҙур һыу килгән кисте хәҙер ҙә тетрәнеп иҫкә ала. Видеола уның инвалид апаһы. Инйәр йылғаһы был тиклем ташыр тип уйлап та бирмәй инек ти ханым. Сөләймәновтар ҙа ҡотҡарыусылар иҫкәртеүенә башта иғтибар итмәй, үҙ йортонда ҡала. Һөҙөмтәлә, бөтә мал-тыуарҙы ҡалдырып 3 бала менән мәктәп бинаһына йүгерегә тура килә.Мәктәп бинаһында ташҡындан зыян күреүселәр өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункты булдырыла. Кешеләр тәү кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән, йылы аш менән тәьмин ителгән. Тәүлек эсендә генә ауылдан барлығы 130-ға яҡын кеше эвавкуациялана. Ҡайһылары үҙ йортонда ҡалырға ҡарар итә. Ауыл халҡы бындай һау баҫыуҙы беренсегә күрә.Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә, ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.Республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән Аҙау ауылындағы ташҡында зыян күреүселәргә компенсация түләнәсәк. Халыҡ юғалтҡан малы өсөн аҡса аласаҡ.Аҙауҙан түбәндәрәк урынлашҡан Оҙондар һәм Тәүкәс ауылдарында ла һыу күтәрелә, бында бер нисә йорт ҡамауҙа ҡалған, урында ҡотҡарыусылар эшләй. Ташҡынға сәбәпсе булған боҙ тығыны шартлатыу ысулы менән йырылған, әле һыу әҙләп китә башлаған. Шул уҡ ваҡытта Мәләүез районында тотош ауыл ҡамауҙа ҡалған. Дәүләтҡолға илткән юлды ташҡын йыуған. Үткән тәүлектә һыу ташыуға бәйле 166 кеше, шул иҫәптән 18 бала эвакуацияланған. 12 район һәм ҡалала 17 урын даими контродә тотола. Республика йылғаларында боҙ китеүе күҙәтелә, йылғаға яҡын урынлашҡан биләмәләрҙә йәшәүселәргә аяу булырға кәңәш итә ҡотҡарыусылар