Берләшеү мөһим

Берләшеү мөһим

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышы үтте. Мәғлүмәт һуғышы һәм махсус хәрби операция шарттарында милләт-ара һәм конфессия-ара тотороҡлоҡҡа янауҙар айырыуса киҫкен булып ҡала. Ултырышта Көнбайыш илдәре тарафынан илебеҙҙең иң күп милләтле төбәктәренең береһендә милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыу өсөн мәғлүмәт компанияларына ҡаршы тороу буйынса эш нисек ҡуйылыуы тураһында һүҙ барҙы. Йәмәғәтселектең һәм дәүләттең был йәһәттән мөмкинлектәрен тағы ла нығыраҡ берләштереү кәрәклеге билдәләнде.