Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 30 йыл

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 30 йыл

Өфөлә Рәсәйҙең төбәк парламентаризмына бағышланған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30 йыллығына бағышланған төп сараларҙың береһе булып тора. Төбәк парламентаризмы, ҡануниәт өлкәһендәге башланғыстарҙан федераль кимәлдә закондар барлыҡҡа килә. Улар йәмғиәттең төрлө өлкәләренә ҡағыла һәм халыҡтың йәшәйешенә ыңғай йоғонто яһай. Был йәһәттән урындағы депутаттарҙың кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә булыуы ҙур роль уйнай. Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә йәштәр парламентаризмына ла ҙур иғтибар бүленә. Сөнки тап уларҙың тарафынан йәштәр сәйәсәтен нығытыу һәм үҫтереүгә ҡағылған фекерҙәр төбәк парламенты вәкидәренә барып етә. Башҡортостан ил ҡануниәтенә төрлө үҙгәрештәр индереү буйынса тәүгеләр рәтендә. Был, әлбиттә, республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур йоғонто яһай.Беҙҙең парламент үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы башҡара, ихтирам, ышаныс һәм абруй ҡаҙанған. Уның статусы һәм уның хоҡуҡи нигеҙҙәре Башҡортостан Республикаһы конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» Законы менән билдәләнә.