1919 йылда Башҡорт хөкүмәте һәм үҙәк власть араһында Башҡорт совет автономияһы төҙөү тураһында килешеү төҙөлә. Уға Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Ленин, милли эштәр буйынса халыҡ комиссары Сталин, башҡорттарҙан Мстислав Ҡулаев, Муллаян Хәлиҡов ҡул ҡуя. Документ 16 параграфтан тора. Килешеүҙә Башҡортостандың сиктәре билдәләнә, РСФСР менән мөғәмәлә итеү төрө нығытыла, власть органдары аныҡлана. Ваҡытлы мәркәз итеп Темәс ауылы һайлана. Был килешеү башҡорт халҡының автономия өсөн көрәш һөҙөмтәһе булып тора.
Башҡорт совет автономияһы төҙөү тураһында килешеү төҙөлгән көн
Башҡорт совет автономияһы төҙөү тураһында килешеү төҙөлгән көн