Башҡортостанда һыу баҫыуҙың ике осрағы теркәлгән. Уларҙың икеһе лә Ҡариҙел районында, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Салауат ҡалаһында ташҡын арҡаһында “Спутник” балалар лагерына илткән күпер зыян күргән. Уның өҫтөндә ҙур боҙ киҫәктәре ята һәм конструкцияның ҡайһы бер өлөштәре емерелгән. Әле 8 муниципаль берәмектә 16 хәл контролдә ҡала. Архангел районы Аҙау ауылынан ҡар һыуҙары китте, тик ташҡын эҙемтәләре ҡот осҡос. Кеше ҙурлығындағы боҙ киҫәктәре фантастик фильмдарҙы хәтерләтә. Ә бына Салауат ҡалаһында Ағиҙел йылғаһындағы күпер бөтөнләй емерелгән. Ул «Спутник» лагерына илтә торған юл. Ә бына Башҡортостандың башҡалаһындағы боҙ тығыны ысын тамашаға әүерелде. Ағиҙел буйындағы баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫмаһын өсөн боҙҙо шартлатырға, тигән ҡарар ҡабул ителде. Ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яҙғы ташҡын менән бәйле 514 хәбәр килгән. 7 муниципаль районда һәм бер ҡала округында 16 йорт яны биләмәһе, 11 юл участкаһы һәм 2 күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 16 хәл контролдә тотола. Әлеге мәлдә Архангель районының Ҡыҙыл Яр ауылы янында Инйәр йылғаһында боҙ тығыны айырым контролдә тора. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һауа разведкаһы үткәргәндән һуң тығындың 2 саҡрымдан ашыу икәнлеген асыҡланды. Йылғалағы һыу кимәле гидропост күрһәтеүе буйынса 144 см етә. 390 смға еткәндә йорт яны биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал. Ваҡытлыса йәшәү пункттары әҙер, хәл контролдә, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрылығында.
Яҙғы ташҡын көнүҙәк булып ҡала
Яҙғы ташҡын көнүҙәк булып ҡала