Республика башлығы яҙғы ташҡынға бәйле хәлде ныҡлы күҙәтеүгә алырға ҡушты

Республика башлығы яҙғы ташҡынға бәйле хәлде ныҡлы күҙәтеүгә алырға ҡушты

Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Зыян күреүселәргә был аҙнала ярҙам күрһәтелергә тейеш. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров легендар ат – Керчь тураһында фильм аҙерләү буйынса дәүләт заказын да иғлан итте. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин ултырышта ҡаралған мәсьәләләргә байҡау яһаны.Башҡортостандың иң ҙур районы – Белоретта яңы башлыҡ. Муниципаль биләмә менән Азат Хәкимов етәкселек итәсәк. Тап ул Иҙелбашындағы күп мәсьәләләрҙе, тәү сиратта, коммуналь өлкә проблемаларын хәл итергә тейеш. Белоретта коммуналь авариялар ғына түгел, ә миҙгел күренеше – яҙғы ташҡын мәсьәләһе лә бар. Ошондай уҡ хәл республиканың 8 районында күҙәтелә. Йылғаларҙы боҙ тығындарын юҡ итеү өсөн генә лә мең ярым тонна шартлатҡыс кәрәк булған. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, ҙур һыуҙа кешеләр һәләк булмаһа ла, йорт малдары ҡаза күргән, һыйыр-һарыҡтарҙы ташҡын ағыҙып алып киткән. Башҡортостан өсөн быйылғы иртә ташҡын ҙур һабаҡ булды. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, әгәр ашығыс саралар күрелмәһә, хәлдәр тағы ҡатмарлашыр ине.Яҙғы ташҡын мәлендә йорт-ҡураһын юғалта яҙған Архангелдәге Аҙау ауылы халҡына ярҙам да тейеш. Әммә, суммалар ҙур түгел. Ул бер ғаиләгә 50 меңдән артмай. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан етәксеһе түләнәсәк аҡсалар күләменең аҙ булыуын айырым әйтә. Республиканың тейешле суммаһы бар. Тағы бер яңылыҡ, Архангелдәге Аҙауҙы төҙөкләндереү өсөн 1 ай ваҡыт бирелә. Аҡсалар ташҡындан зыян күргән ауылдарға ғына түгел, ә “Ватан һаҡсылары” фондының республикалағы бүлексәләре биналарын киңәйтергә кәрәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҙгәрештәр Өфөгә генә ҡағылмай. Ә бына республиканың башҡа райондарына килгәндә, ҡалаларҙа коммуналь техника тейешенсә ҡулланылмай. Дөрөҫөрәге, урамдарҙы таҙартыу, юлдарға һыу һибеү машиналары гараждарҙа ҡала. Ә хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы булған Ишембай парктары сүп аҫтында. Парҡтар ғына түгел, юлдарҙы ла тәртипкә килтерергә кәрәк Башҡортостанға. Бөгөн, республикала 9 мең киломер юлдарҙы тикшергәндән һуң, уларҙа 14 мең самаһы соҡор барлығын иҫәпләгәндәр. Тимәк, төбәктә асфальт ҡатламы булған трассаларҙың һәр метрында уртаса ике соҡор бар тигән һүҙ.Тәбиғәттең йәнә бер һынауын үтергә кәрәк Башҡортостан халҡына. Республикала йәшәүселәргә Көнбайыш Нил биҙгәге, сысҡан биҙгәге һәм талпан энцифалиты янай. Хәлдәр 42 районда ҡатмарлы. Ә был аҙна иһә Башҡортостан хөкүмәте уҙған йылдағы эш йомғаҡтарын иғлан итә. Кесаҙнаға тәғәйенләнгән ултырыш айырыуса әһәмиәтле. Тап унда стратегик һандар атала.