Янғында ике ир янып һәләк булды

Янғында ике ир янып һәләк булды

Өфөлә бер ҡатлыҡ шәхси йортта сыҡҡан янғында ике ир янып һәләк булды. Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 40 квадрат метр майҙанды биләгән ут һүндерелгән. Ҡотҡарыусылар ике ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Янғын сәбәптәрен тикшереү башланды.