Ҡуйылған бурыстар теүәл үтәлә

Ҡуйылған бурыстар теүәл үтәлә

“Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальоны яугирҙары махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә, фронттың иң ауыр урындарыны өсөн яуаплы. Илебеҙ һағына баҫҡан батыр яҡташтарыбыҙ менән хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин осрашты. Багги елдәрә. Турист ҡушмаматлы яугир газға баҫа. Дошман ҡоштарының әүҙем сағы, шуға ла тиҙлекте кәметмәҫкә кәрәк. Был баггила беҙ алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең 2-се батальон торған урынға. Һикәлтәле ураман юлын үтеп тәғәйен урынға тиҙ арала барып етәбеҙ. Батальон байрағы янында беҙҙе бер төркөм яугирҙар ҡаршы ала. Агроном ҡушаматлы яҡташыбыҙ Бүздәк районынан. Бар ғүмерен ер эшкәртеү һәм иген үҫтереүгә арнаған. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ватан саҡырғас ҡулына ҡорал алған. Әбйәлил районынан “Япон” һунарсылар тоҡомонан. Әле ул дошман ҡоштарын аулай. Дрондарға ҡаршы ҡушкөбәк һөҙөмтәле ҡорал, ти ул. Республик ирекмәндәре ебәргән мылтыҡты “Япон” майлап, таҙартып , ҡәҙерләп ҡуллана. “ЯПОН” ҠУШАМАТЛЫ ЯУГИР Батальон яугирҙарының сәләмәтлеге һағында “Эльф” тора. Яу ҡырынан яралыларҙы эвакуациялау, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш көндәлек табип бурысын да үтәй. Үҙе Благовещен районынан, оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге урманда 2-се батальондың алғы һыҙыҡтағы нығытмалары. Таңға ҡарай юлыбыҙҙы йәйәүләп дауам итәбеҙ. Алға барған һайын ағастар һирәгәйә. Ҡарағайҙарҙың йәйектәре һирәгәйә Былай әле асыҡ урынға сыҡманыҡ. Яугирҙарға дрондар һәм диверсия төркөмдәренә ҡаршы тороу бурысы ҡуйылған. Дошман һөжүм итә ҡалһа уларҙы йәнә беҙҙең егеттәр ҡаршы алырға тейеш. Алғы һыҙыҡҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн республикала сыға башлаған “Үҙебеҙҙекеләргә” газетаһы, балаларҙың хаттары һәм татлы күстәнәс сәк-сәк алып барҙыҡ. Блиндаждағы оло йәштәге яугир үҙен “Баймаҡ” тип таныштырҙы. Һөйләшә биргәс уның яугир-интернационалист һәм 9 бала атаһы булыуын да белдек. Урман һуҡмағы буйлап барғанда “саҡырылмаған төнгө ҡунаҡҡа” юлығабыҙ. “Баба Яга” тип аталған дошман гексакоптерын урманда торған батальон яугирҙары атып төшөргән. Лайф. Аҡмалай ҡушаматлы яугирҙың блиндажын да үҙе һәм иптәштәре бәреп төшөргән дрондар биҙәй. Дошман ҡоштарын осора, беҙ уларға һунар итәбеҙ. Көсөбөҙ-берҙәмлектә, серебеҙ туған телдә,- ти Аҡмалай. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге 2-се мотоуҡсылар батальоны күп милләтле коллектив. Рус, башҡорт, татарҙар менән бер сафта осетин, тыва дағстан егеттәре лә алыша. Барыһын да бер теләк берләштерә. Дошманды тар-мар итеп илебеҙ халҡына тыныс күк йөҙө һәм көтөлгән еңеүҙе килтереү. Лайф. Юлыбыҙ һуңында “Агроном” урманда ҡоштар һайрауына иғтибар итте. Йәҙрәләр ярғыланған Донбасс еренә яҙ килә, ул Еңеү килтерһен ти яугирҙар.