Унда хәрби шарттарҙа сыныҡҡан, илһөйәр һәм рухлы яугирҙәр ҡатнаша. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кадрҙар программаһында ҡатнашырға теләк белдергән офицер менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.Етеҙ һәм теүәл хәрәкәттәр менән дошман тиҙ арала ҡулға алына. Гранит позывнойлы яугир көрәш буйынса оҫта. Эске эштәр органдарында 20 йыл хеҙмәт итә. Әммә уға ла үҙен формала тотоу өсөн көндәлек күнекмәләр үтергә кәрәк. Педагогия колледжын тамамлаған егет ил алдындағы бурысын үтәргә тип армия сафына юллана. Хәрби һөнәргә ынтылыш тап шунда башлана ла инде. Хеҙмәтен тамамлағас та Хоҡуҡ институтына уҡырға инә.Тәүге һайлаған педагог һөнәре Гранитҡа йыш ярҙам итә. Тиҙ арала эш итеүсе махсус отряд офицеры хеҙмәткә яңы килеүселәр өсөн лекциялар үткәрә. Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итергә өйрәтә.Росгвардияның Толпар тиҙ эш итеүсе отряды офицеры хәрби бәрелештәр барған урынға йыш командировкаларға йөрөй. Отряд махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк яу урынында. Егеттең күкрәген Батырлыҡ өсөн миҙалдары һәм Шайморатов ордены биҙәй.Республика башлығы Махсус хәрби операция ветерандары өсөн "Башҡортостан геройҙары" тип аталған проект башланыуы хаҡында иғлан иткәйне. Гранит федераль кимәлдә ғәмәлгә ашырылған “Геройҙар ваҡыты” проекты ҡатнашыусыһы. Ул кадрҙар программаһының төбәктәге дауамында ла үҙен һынап ҡарарға теләй. Башҡортостан геройҙары проекты иғлан ителгәндән алып 1 мең 500-ләгән яугир һәм махсус хәрби опреация ветераны программала ҡатнашыу теләген белдергән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда сит төбәктән дә ҡатнашыусылар буласаҡ."Башҡортостан Геройҙары" проектында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан геройҙарының рәсми сайтында табырға мөмкин. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Республикала «Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлеү дауам итә
Республикала «Башҡортостан геройҙары» проектына теркәлеү дауам итә