Республика башлығы Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы совет ултырышында ҡатнашты.Округтағы төбәк етәкселәренең был осрашыуы Ҡаҙан ҡалаһында үтте. Унда миграция сәйәсәте һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре тикшерелде. Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров билдәләүенсә, мигранттар өлөшө, шул иҫәптән академик миграция йылдан-йыл арта бара. Сит ил эшселәре хеҙмәт баҙарындағы дефицитты бөтөтөргә ярҙам итә. Әммә ошо өлкәләге хәл урындағы етәкселәрҙән милли именлеккә янаған хәүефтәрҙе етди күҙәтеүгә алыуҙы талап итә.Башҡортостанда яңыраҡ ҡына мигранттарҙы яраҡлаштырыу мәсьәләһе милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында ла күтәрелгәйне. Тиҙҙән республика башлығы Радий Хәбиров диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй. Ҡаҙанда совет ултырышында ҡатнашыусыларға Рәсәй халыҡтары костюмдарын күрһәттеләр. Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровты һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбировты был коллекция менән шәхсән таныштырҙы.
Радий Хәбиров диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй
Радий Хәбиров диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй