Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ тығындары бөтөрөлдө

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһында боҙ тығындары бөтөрөлдө

Шулай итеп, Малаяҙ һәм Беренсе Иҙелбай ҡасабаларын һыу баҫыуҙан һаҡлап ҡалынды. Иҙелбайҙа һыу беренсе шартлатыуҙан уҡ ҡуҙғалһа, Малаяҙҙа уны өс тапҡыр шартлатырға тура килде. Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәрби белгестәр менән берлектә 6 районда 32 урында боҙ шартлатты.