Архангел районы Аҙау ауылында ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҡотҡарыусыларға һәм ауылдаштарына ярҙам итеүселәргә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалдары тапшырыласаҡ. Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан был ауыл ташҡындың тәүге тулҡынының иң ҡыҙыу нөктәһенә әйләнде. Аҙауҙа һуңғы 50 йылда бындай һыу баҫыу теркәлгәне булмаған. Ташҡын мәлендә Инйәр, Еҙем, Йүрүҙән кеүек тау йылғалары бик ҡурҡыныс. Уларҙа хәл бер нисә минут эсендә үҙгәреүе ихтимал. Һәлмәк кенә аҡҡан йылға ажғырып, юлындағы бар нимәне ағыҙып алып китеүе бар. Шуға ла киләсәктә тау йылғалары буйында йәшәүселәр ташҡынға алдан әҙерләнергә тейеш.
Аҙауҙа һуңғы 50 йылда бындай һыу баҫыу теркәлгәне булмаған
Аҙауҙа һуңғы 50 йылда бындай һыу баҫыу теркәлгәне булмаған