Өфөлә байрам 23 мәсеттә иртәнге сәғәт 8-ҙә намаҙҙан башлана. Шуға ла таңғы 6-нан көндөҙгө 3-кә тиклем Туҡай урамында һәм Комаров урамында – «Ләлә-Тюльпан» мәсете янында ситке уң һыҙатта хәрәкәт сикләнә. Майҙансыҡтарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн полиция, йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәренең һәм табиптарҙың дежур итеүе ойошторола. Ураҙа ғәйетен Башҡортостан 24 телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк.
30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй
30 мартта мосолмандар Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй