Портрет

Портрет

Стәрлетамаҡ рус драма театры Николай Гогольдың “Портрет” повесы буйынса режиссер Тимур Кулов ҡуйған спектаклде күрһәтте. Ул Өфөлә «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса театр ун көнлөгө сиктәрендә ҡуйылды. Үҙенсәлекле тамашаны Гөлфиә Мәҡсүтова күрҙе. Артур Ишмөхәмәтов спектакльдә ғәҙәти булмаған образда. Уның роле лә ябай түгел. Ул тере портрет ролен башҡара. Кире роль уйнау хыялы күптән бар ине ти, актер. Ҡыйынлығы әкиәт һымаҡ төш аша һөйләшеү, шул уҡ ваҡытта аңлашылған, ышанырлыҡ образ тыуҙырыу. Артур Ишмөхәмәтов башҡарған тере портрет образында тап Гоголдең мистикаһы бар.Билдәле режиссер Тимур Кулов ҡуйған мистик триллер — талантлы рәссам Андрей Чартковтың тормош тарихы менән мауыҡтырғыс. Ул ғүмер буйы дан һәм танылыу тураһында хыяллана, әммә ҡотҡоға дусар була. Рәссам кибеттән осраҡлы ғына ришүәтсенең портретын һатып ала. Ул инде рәссамды ҡотортҡан иблистең кәүҙәләнеше булып сыға. Рәссам ролен йәш актер Александр Васин башҡара. Актер Чартков ролендә йәш, өмөтлө рәссамдан ҡарт кешегә һәм кире йәш кә әйләнә.Спектакль талант ҡиммәте һәм рәссамдың ҡотҡолары тураһында. Спектакль өсөн костюмдарҙы һәм уникаль декорацияны рәссам — сценограф Николь Кламперт эшләгән.Гоголь мәғәнәләре символикаһы менән тулыланған күсмә пропеллер, спектакль дауамында ваҡиға урындарын алмаштыра. Петербург проспекттары һәм урамдарынан Васильевский утрауында йәш Чартков Һәм Никита йәшәгән бүлмәгә әйләнә. Спектакльдә көс һәм эске гармонияны рухландырыусы, рәссамдың талантының символы Психея. Был үҙенсәлекле рольде, актриса Василиса Сунарчина башҡара. Ул бөтә эмоцияларҙы һәм мәғәнәне бер һүҙһеҙ еткерә алды.Стәрлетамаҡ рус драма тетатрының Портрет спектакле сәнғәттең тәбиғәте һәм уның тормош менән мөнәсәбәттәре тураһында. Табыш, кешегә ярау теләген, әхлаҡи принциптарҙан һәм ижади принциптарҙан юғарыраҡ ҡуйырға ярамауы хаҡында. Үҙенә хыянат итеп, бер минутлыҡ дан артынан ҡыуып, герой үҙен, хатта йәнен юғалта. “Кесе ватан мәҙәниәте » проекты сиктәрендә ҡуйылған спектакль Өфө дәүләт Нур татар театры сәхнәһендә баш ҡалала йылда уҙғарылған театр декаднигы сиктәрендә күрһәтелде.