Рәсәйҙә 9 август–Хәрби дан көнө

Рәсәйҙә 9 август–Хәрби дан көнө
  • Рәсәйҙә 9 август–Хәрби дан көнө

Рәсәйҙә 9 август – Ленинград һуғышы тамамланған көн илдең Хәрби дан көнө тип билдәләнә. Президент Владимир Путин «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһындағы» законға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. Ленинград һуғышы 1941- се йылдың 10-сы июленән 1944-се йылдың 9-сы авгусына тиклем 1 мең 127 көн дауам итә. Унда алты фронт, Балтия флоты, өс флотилия, авиация, һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәре ҡатнаша. Ҡораллы көстәрҙең берлектәге көсө һәм партизандарҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә ҙур еңеүгә өлгәшелә. Ҡаты алыштар ваҡытында дошмандың 50-нән ашыу дивизияһы, “Север” армиялар төркөмө тар-мар ителә.