Геройҙар ҡалаһы

Геройҙар ҡалаһы
  • Геройҙар ҡалаһы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет ғәскәрҙәре Нева йылғаһы буйындағы ҡаланы немецтар ҡамауынан ҡотҡарыу өсөн 900 көн һәм 900 төн көрәшә. Урындағы халыҡ та аслыҡты, һыуыҡты кисереп, тыуған ҡалаһын һаҡлай. Тарихи видеояҙмалар ҙа шул саҡтағы фажиғәле, ҡурҡыныс мәлдәрҙе беҙгә еткерә алмай. Меңәрләгән ҡорбан - урам буйҙарында аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан, бомба ярсыҡтарынан үлеп ятҡан кешеләр, бигерәк тә балалар йөҙҙәре блокада шаһиттарының йөрәгендә ауыр хәтирәләр булып һаҡланған. Ҡамауҙа ҡалған Ленинградты ил менән бәйләп торған Ладога күле аша берҙән-бер юл була. Әммә “йәшәү юлы” ла ҡала халҡын ризыҡтар менән тәьмин итә алмай. Аслыҡтан интеккән кешеләр урамдағы барлыҡ эт-бесәйҙәрҙе тотоп ашарға мәжбүр була. 1943-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була әле. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Ленинград блокадаһында 400 меңдән миллион ярымға тиклем кешенең ғүмере өҙөлә.