Был көндәрҙә экскурсияға килеүселәр, ысын мәғәнәһендә, үҙенсәлекле экспонаттар менән таныша ала. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында. Нурия Мөрсәләмова улы, ейән һәм ейәнсәрҙәре менән Хәрби дан музейына Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан килгән. Каникул мәлендәге сәйәхәтте тап илһөйәрлек тәрбиәләүҙән башларға булдым, ти ханым. Йәш быуынға илһөйәрлек рухын бала саҡтан уҡ һеңдереп үҫтерергә кәрәк, тап Хәрби дан музейы балалаларҙы ошо юҫыҡта тәрбиәләҙә ҙур роль уйнай.Республикала үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү үҙәктәренең береһе булған Хәрби дан музейында 112-се башҡорт кавалерияһы девизияһына арналған күргәҙмә лә эшләп килә. Музей фондында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фронт хаттары, хәрби наградалар, ҡорал, хәрби кейемдәр, фото һәм документаль материалдар бар.Музейҙа яңы экспозициялар ойоштороу менән бер рәттән, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә айырым иғтибар. Музей хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүселәргә лә ярҙам күрһәтә. Һәр йылдағыса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Хәрби Дан музейы “Хәтер акцияһын”, күргәҙмә ойоштора. Экскурсияға килеүселәр үҙенсәлекле экспонаттар менән дә таныша ала.Музейҙың Еңеү паркында урынлашыуы осраҡлы булмай. Башта бында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың монументаль скульптуралары һәм Мәңгелек ут барлыҡҡа килә. Һуңғараҡ Ағиҙелдең бейек текә ярында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ерләнә. Үҙәк аллея буйлап мәрмәр стеллаларҙа Башҡортостандың 278 Советтар Союзы Геройы һәм 39 Дан орденының тулы кавалерҙары исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙыла.Республиканың хәрби дан музейына килеү өсөн тағын да бер сәбәп.... бындағы ҡайһы бер экспонаттар аша тарих .... эләгергә мөмкин... әлбиттә бының өсөн махсус ҡушымта булырға тейеш..
Республиканың Хәрби дан музейы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнә
Республиканың Хәрби дан музейы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнә