Радий Хәбиров диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй

Радий Хәбиров диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй
  • Радий Хәбиров  диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй

Тиҙҙән республика башлығы диаспоралар вәкилдәре менән осрашып һөйләшергә ниәтләй. Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Сит ил эшселәре хеҙмәт баҙарындағы дефицитты бөтөрә. Әммә ошо өлкәләге хәл хәүефтәрҙе етди күҙәтеүгә алыуҙы ла талап итә. Ураҙа байрамы республикала юғары кимәлдә үткән. Киләһе йылдан — дәүләт эшмәкәрҙәре социаль йүнәлешле махсус ойошмаларға ярҙам күрһәтһә, изге байрамдың мәртәбәһе тағы ла артыр ине, тине Радий Хәбиров Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Сәлимә Исламова сюжеты.Оператив кәңәшмә юғары дәрәжәле наградалар тапшырыуҙан башланады. Республика башлығы махсус хәрби операция геройҙарына хәрби батырлыҡ өсөн миҙалы һәм Шайморатов ордены тапшырҙы. Шулай уҡ Республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы коллективының фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланды. Республиканың һәр мәсетендә иң изге байрам – Ураҙа ғәйете намаҙҙары ҡылынды. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем был байрамда фытыр саҙаҡаһы бирә. Төбәк башлығы үҙ миҫалында Дәүләт эшмәкәрҙәренә изгелек ҡылырға һәм социаль йүнәлешле ойошмаларға, ҡарттар йорттарына ошондай байрамдарҙа ярҙам ҡулы һуҙып, байрам табындары ойоштороуҙы яҡшы бер йолаға әйләндереүҙәрен һораны. Рәсәйҙең юғары театр наградаһы – “Алтын битлек” премияһына Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Айрат Әхмәтшин лайыҡ булды. Ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тере легендаһы. Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә ҡурсаҡ театрҙары үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Өфөлә махсус хәрби опреациянан ҡайтҡан яугирҙәр өсөн реабилитация үҙәге асыла. Бының өсөн Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһының бер бинаһы ҡаралған. Хәрбиҙәр бында яу яланында алған яраларын дауалап, махсус реабилитация программаһы үтә аласаҡ. Бинаны ремонтлау һәм йыһазландырыу өсөн 3-4 ай кәрәк буласаҡ, тине төбәк башлығы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә дөйөм алғанда 13,7 миллиард һумға 22 инвестиция проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Хәләл сертификатлы ризыҡ етештереү буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһен биләй, ҡоро һөт ризыҡтары һәм балалар өсөн компоненттар етештереү буйынса инвестиция проекты ла Рәсәйҙә уникаль күренеш, тине ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Көндәр ҡырҡа йылытыу сәбәпле янғын сығыу осраҡтары артыуы ихтимал. Баҡсаларҙа таҙартылған ҡоро үлән һәм сүп-сарҙарҙы махсус урындарҙа ғына яндырыу зарур. 1 майҙан 15 сентябрға тиклем Республикала янғын буйынса айырыуса хәүефле осор тәртибе иғлан ителәсәк.