Яҙ етеү менән Өфөлә самокатта йөрөү миҙгеле асылды. Шуның менән бер рәттән юл фажиғәләренең һаны ла арта бара. Тик 2 тәгәрмәсле транспорт менән идара итеүселәр өсөн яңылыҡтар ҙа бар. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сыҡты. Элекстросамокаттар ҡатнашлығында юл фажиғәләре көндән көн арта. Был транспорт еңел генә булһа ла, ҡартын да, йәшен дә аямай. Улар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаларға оҙатыла. Шуға ҡарамаҫтан, ике тәгәрмәсле транспорт ҡатнашлығындағы авариялар арта ғына.Ашыҡҡан ашҡа бешкән. Был егет юл киҫелешен самокатынан төшөп тормайынса ғына үтмәксе була, тик уны Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре көтөп торғанын белмәй. Административ кодексҡа ярашлы ул 800 һум штраф түләргә тейеш. Ә бына был йәштәр 2 тәгәрмәсле транспортта 2 кеше йөрөргә ярамағанлығын бөтөнләй белмәгән. Ә был ҡыҙ электросамокат менән тәү тапҡыр идара итә. Беренсе көндө үк штраф уға штраф түләргә кәрәк. Был транспорт менән юл киҫелешен мотлаҡ йәйәү атлап үтергә кәрәк. Самокат ике кеше өсөн тәғәйенләнмәгән. Урамда миңә юл бирегеҙ тигәндәй сигнал биреп самокатта йөрөүселәр ҙә бик күп. Юристар белдереүенсә был дөрөҫ түгел. Өфөләге шеринг компанияларының мобиль ҡушымталарындағы карталарҙа самокатта йөрөү тыйылған, ҡайҙа ниндәй тиҙлек менән йөрөү билдәләре һәм самокатты ҡуйып китеү урындары билдәләнгән. Юл хәрәҡәте ҡағиҙәләренә ярашлы 2 тәгәрмәсле транспорт тротурарҙың билдәләнгән участкаһынан ғынан йөрөргә тейеш. Өфөләге самокаттар тиҙлекте сәғәтенә 25 километрҙан да уҙҙыра алмай, шулай ҙа был ике тәгәрмәсле юл транспорты менән идара итеүселәргә иғтибарлы булырға кәрәк һәм юл киҫелештәрен атлап сығырға кәрәк. Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре менән рейд ваҡытында самокат менән идара итеүселәргә ҡағиҙәләр менән буклеттар ҙа тапшырылды. 2 тәгәрмәсле транспортта йөрөргә яратыусыларға абайлыраҡ булырға кәрәк, сөнки уларға ҡағылған закондарға үҙгәрештәр инде. Административ штраф кимәле 800-ҙән алып 2500-ға тиклем, ә шеринг сервистарыныҡы 1000-дән алып 150 меңгә тиклем етә.
Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй
Законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй