Өфөлә янғында бер ҡатын һәм ике бала һәләк булды

Өфөлә янғында бер ҡатын һәм ике бала һәләк булды
  • Өфөлә янғында бер ҡатын һәм ике бала һәләк булды

Республиканың Тәфтиш комитеты Өфөлә янғында бер ҡатындың һәм ике баланың һәләк булыуы сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатты.Октябҙең 50 йыллығы урамындағы биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында фатир янып китә. Янғын һүндереүселәр 12 кешене ҡотҡара. Өс кеше йәрәхәттәр ала. Ҡыҙғанысҡа, табиптар уларҙы ҡотҡарып ҡала алмай. Әле фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй. Яңыраҡ Дәүләкән районында утта 5 бала янып үлгәйне. Янғын һүндереүселәр ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, ут менән һаҡ эш итергә саҡыра.