Ошо турала ул Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Республика башлығы ҙур һыуҙан зыян күргән Аҙау халҡы менән осрашырға ниәтләй. Яҙғы ташҡындан зыян күргән Архангелдәге Аҙау ауылы халҡына бөтә Башҡортостан ярҙам итә. Был биләмәгә райондарҙан да махсус бригадалар ебәрелгән. Республика етәксеһе төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирергә бойора. Радий Хәбиров мал-тыуарын, өйөн юғалтҡандарҙың мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә ҡуша.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Архангелгә барасаҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Архангелгә барасаҡ