Яугирҙарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә лә нацистарға тынғылыҡ бирмәй. Унда "Башҡортостан" полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы "Град" реактив системаһынан дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата. Залп уты дрондар һәм контрһөжүмгә ҡарамай көндөҙ ҙә, төндә лә асыла. Хәрби расчет позициялар асыҡланмаһын өсөн атыу урынын алмаштырып бәрелештәр һыҙығын тағы ла алғараҡ күсерегә ярҙам итә. Реактивщиктар менән сираттағы заданиеға беҙҙең хәбәрселәр ҙә сыҡты. Айнур Кәбиров репортажы. Разведканан яңы координаталар алыу менән яугирҙар хәрби заданиеға сыға. Юл ыңғайы командирҙар иҫәпләп ҡайһы позициянан ут асыу уңайлыраҡ булыуын билдәләй. Тәғәйен урынға барып етеү менән расчет төҙөүгә тотона. Һынаулы ғына минуттар һәм реактив система снарядтар осороуға әҙер. Тәүҙә корректировкалау өсөн бер ике снаряд атыла. Кәрәк икән көбәктәр ентекләберәк тоҫҡала. Ләкин яугирҙарыбыҙ ғәҙәттә тәүге төҙәүҙән тап кәрәк урынға ата."Град" реактив системаһы снарядына ҡарап ҡырҡ саҡрымға тиклем ата ала. Ләкин ситтән тороп эш итеү хәүефһеҙ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, ҡеүәтле ҡорал артынан дошмандар һәр саҡ һунар итә. Ут сыҡҡан урынға артиллерия контрһөжүм итә һәм һауаға дрондар күтәрелә. Реактив артиллерия батареяһы атыу урынын да йыш алмаштыра. Яҡташтарыбыҙ утыҙҙан артыҡ йәшерен ут асыу позицияһы ҡулайлаштырған. Уларҙың араһында бәйләнеш булдырыу өсөн еңел техника ла талап ителә. Сөнки улар һуғыш шарттарында йыш эшлектән сыға. Ярай ҙа халҡыбыҙ ярҙам итә, ти батарея командиры. Ошо көндәрҙә уға тыуған яғы Стәрлетамаҡтан Нива автомобиле килеп етте.Мобиль булыу уңыш нигеҙе, ти Боксер. Сөнки реактив батарея залпын алғы һыҙыҡта штурм төркөмдәре, бронетехника көтә. Еңеүгә табан барыусы яуҙаштарын улар бер нисек тә утлы ярҙамһыҙ ҡалдыра алмай.
"Град" реактив системаһы дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата
"Град" реактив системаһы дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата